+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 21:21

Ҡырғыҙ дуҫтарға ярҙам

Рәсәй сит илдәр министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова медицина хеҙмәткәрҙәренең Ҡырғыҙыстандағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Рәсәй сит илдәр министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова медицина хеҙмәткәрҙәренең Ҡырғыҙыстандағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Билдәле булыуынса, Рәсәй хөкүмәте Ҡырғыҙыстанда эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡас, унда ярҙам ебәреү хаҡында ҡарар ҡабул итә.
Мария Захарова билдәләүенсә, илдең стратегик партнеры һәм союзнигы булған республикаға ярҙам итеүҙә Рәсәй ситтә ҡала алмай ине. Уның һөҙөмтәһе булып, сир шаҡтай артҡа сигенде.
Июль айында ғына республикала 1000 осраҡ теркәлһә, августа был һан 200 пациент менән сикләнгән. Бынан тыш беҙҙең белгестәр урында эпидемиологик режим күҙәтеү буйынса уҡыуҙар ҙа алып барған.Әйткәндәй, делегация сафында Башҡортостан табиптары ла ҡатнашты.
Ҡырғыҙыстан Президенты Сооронбай Жээнбаев Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: