0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 13:28

Яңы проектҡа старт бирелде

Республикала “Милли социаль инициатива” тигән яңы проект эшләй башлай.

Республикала “Милли социаль инициатива” тигән яңы проект эшләй башлай.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйында яңы пилот проектында старт бирҙе. Республиканан тыш унда илдең тағы ла биш төбәге ҡатнаша.
Проект сиктәрендә социаль өлкәлә дәүләт- шәхси партнерлыҡ үҫешен тиҙләтеү бурысы ҡуйыла. Йәғни ул бизнес һәм коммерция булмаған ойошмаларҙы социаль хеҙмәтләндереүҙәргә яҡынайтыу, дәүләт инвестиция ярҙамын киңәйтеү кеүек мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала.
-“Милли социаль инициатива” проекты беҙҙең өсөн бик мөһим. Был кешеләр һәм уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә йүнәлтелгән проект,- тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш, республикала әле “Социаль контракт” тигән проект ғәмәлдә ҡала. Уға 500 миллион һум аҡса бүленгән һәм аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбендәге 4 мең ярым ғаилә адреслы ярҙам аласаҡ.
Фото БР хөкүмәте сайтынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: