+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 12:07

Йәнә үлемесле авария

Өфөлә үлемесле автоавариялар һаны артты. Үткән аҙналарҙа ғына башҡаланың Сочинский урамындағы авария өс кешенең ғүмерен өҙһә,19 августа кис көнө тағы ике машина бәрелешкән.

Өфөлә үлемесле автоавариялар һаны артты. Үткән аҙналарҙа ғына башҡаланың Сочинский урамындағы авария өс кешенең ғүмерен өҙһә,19 августа кис көнө тағы ике машина бәрелешкән.
Уның һөҙөмтәһендә “Хундай Соната” маркалы автомобиль менән хоҡуҡһыҙ идара иткән 43 йәшлек ир урында һәләк булған. Авария Өфө районының Бурцево ауылы янында теркәлгән.
Бынан тыш ҡаршы төкөшкән “Тойота” автомобилендәге пассажирға ла медицина ярҙамы талап ителгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер тәүлек эсендә республика биләмәләрендә ун авария теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, тугыҙ кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: