+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 13:29

Республикаға “Союзмультфильм” киностудияһы килде

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм “Союзмультфильм” киностудияһы анимацион кластерҙар үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Меморандум хаҡында Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйында килешелде.

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм “Союзмультфильм” киностудияһы анимацион кластерҙар үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Меморандум хаҡында Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйында килешелде.
Белгестәр билдәләүенсә,бөгөн республикала анимацион кино үҫеше өсөн яҡшы потенциал бар. Был иһә “Башҡортостан” киностудияһы, төрлө халыҡ- ара проекттарҙа ҡатнашҡан “Муха” студияһы йәнһүрәттәр төшөрөүҙә уңышлы эшләй.
“Союзмультфильм” студияһы етәксеһе Борис Машковцев әйтеүенсә, бөгөнгө анимацияның киләсәге бар. Сөнки мәғлүмәт саралары үҫешкән заманда, төрлө коммуникация технологияларында ла, мәғарифтә, дизайн, компьютер уйындарында ла анимация киң ҡулланыла.
-Анимация индустрияһы федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә бик уңышлы йүнәлеш. Ул киләсәктә технология һәм кадрҙар ресурсын үҫтереү өсөн бер майҙансыҡ.
Әйткәндәй, республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың билдәләүенсә, кадрҙар әҙерләүҙе бөгөн үк хәл итергә мөмкин. Бының өсөн Өфө сәнғәт училищеһы базаһында “Союзмультфильм” менән берлектә программалар әҙерләнә башлаған да инде.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: