+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 17:05

Экология тәрбиәһе - мәктәптән

Башкортостанда “Экозабота” мәктәп проекты сиктәрендә халыҡ фронты программала ҡатнашыусы һәр 200 мәктәпкә батарейкалар йыйыу өсөн бушлай контейнерҙар бирәсәк.

Башкортостанда “Экозабота” мәктәп проекты сиктәрендә халыҡ фронты программала ҡатнашыусы һәр 200 мәктәпкә батарейкалар йыйыу өсөн бушлай контейнерҙар бирәсәк.
Был проект 1 сентябрҙан старт ала. Батарейкаларҙы үтилләштереүҙе Силәбе тармаҡ заводы башҡарасаҡ. Проекттың координаторы Александр Коган билдәләүенсә, мәктәптәр юҡҡа ғына һайланмаған.
-Сөнки батарейкаларҙы иң күп ҡулланыусылар араһында балалы ғаиләләр тора, бынан тыш экология тәрбиәһен тап мәктәп йылдарынан алып барыу зарур.
Башҡортостан “Экозабота” проектын тормошҡа ашырыуҙа пилот проектына инде. Был тәҡдимде уҡытыусылар, уҡыусылар үҙҙәре лә хуплап сыҡты. Өфөнән тыш проектта Мәскәү, Санкт- Петербург, Түбәнге Новгород, Һарытау, Краснодар һәм башҡа ҡала- өлкәләр ҡатнаша.
Өфөнөң 44 –се мәктәбе традицион рәүештә был сараларҙа әүҙем. Шул иҫәптән уҡыусылар айырылған сүп- сар: ҡатырға, ҡағыҙ һәм пластик эшкәртеү проекттарының да ҡатнашыусылары. Мәктәп директоры Азат Батыршин билдәләүенсә, быйылдан балалар контейнерҙарға батарейкалар йыя башлаясаҡ.
-Экология проектында барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырам,- ти мәғариф учреждениеһы етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: