+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 21:22

Ғаилә һәм балалыҡ доньяһы

Өфөнөң күргәҙмәләр залында “Ғаилә һәм балалыҡ доньяһы” тигән махсуслаштырылған күргәҙмә- форум эшләй башланы.

Өфөнөң күргәҙмәләр залында “Ғаилә һәм балалыҡ доньяһы” тигән махсуслаштырылған күргәҙмә- форум эшләй башланы.
Форумдың эшлекле өлөшөн республика Хөкүмәте премьер- министры, ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашлығындағы “Күп балалы ғаиләләр менән осрашыу” һәм Каринэ Хабированың “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты асты. Түңәрәк өҫтәл артында ҡатнашыусылар күп балалы ғаиләләр темаһын күтәрҙе. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың күбеһе әсәлек һәм атайлыҡ бәхетен тынғыһыҙ хеҙмәт, эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт эше менән берлектә алып бара.
Мәҫәлән, Галина Семенова ғаиләһендә 23 бала тәрбиәләнә. Шуларҙың 20-һе уллыҡҡа алынған. Шул уҡ ваҡытта Галина Анатольевна “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә методист булып эшләүен дауам итә. Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡорманаева 9 бала тәрбиәләһә лә, йәмәғәт эшенә ваҡыт таба. Өфөнән күсемһеҙ милек агентлығы директоры Илнур Фәйзуллин үҙ ғаиләһенең ныҡлы терәге, 6 бала тәрбиәләгән атай булараҡ та билдәле. Был исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине.
-Тәжрибә күрһәтеүенсә, Башҡортостанда уңышлы күп балалы ғаиләләр бихисап. Уларҙы беҙ белмәйбеҙ, сөнки ундай ҡатындар йәки ир-егеттәр ярҙам һорап бармай, үҙҙәре хаҡында аҙ белгертәләр. Шуға күрә төп бурыс күп балалы ғаиләләрҙе бергә туплау, имиджын күтәреү һәм улар өлгөһөндә балалар тәрбиәләү,- тине Каринэ Хабирова.
Форум дауам итә. Уның эшлекле өлөшө семинарҙар,исем туйҙары, түңәрәк өҫтәлдәр кеүек саралар менән тулыланған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: