+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 11:35

Төрмәлә ултырыусыларға наркотик һатырға маташҡан

Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһының 34 йәшлек элекке хеҙмәткәре хөкүм эскәмйәһенә ултырҙы.

Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһының 34 йәшлек элекке хеҙмәткәре хөкүм эскәмйәһенә ултырҙы.
Тәрбиә эше буйынса бүлек отряды начальнигы колонияға наркотик индерергә маташа. Тикшергәндә уның әйберҙәрендә героин, каннабис, гашиш, амфетамин кеүек наркотик матдалар табыла. Был “тауар”ҙы ул төрмәлә ултырыусыларға һатырға ниәтләнгән була. “Законға ҡаршы ҙур күләмдә наркотик матдалар һатырға яҫҡынғаны өсөн” һәм “вазифаны яман ниәттә файҙаланыу” статьяларына ярашлы, элекке хеҙмәткәргә төрмә срогы янай. Суд ошо көндәрҙә үтә.
Читайте нас: