+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 11:05

Мәскәү менән Минск тығыҙ бәйләнештә

Киң мәғлүмәт саралары, кисә Владимир Путин менән Алесандра Лукашенко тағы телефондан һөйләште, тип хәбәр итә.

Киң мәғлүмәт саралары, кисә Владимир Путин менән Алесандра Лукашенко тағы телефондан һөйләште, тип хәбәр итә.
Белоруссияла унынсы көн протест акциялары туҡтамай. Халыҡ Лукашенконың властан китеүен талап итә. Ошоға тиклем кем генә уйлаған инде, 26 йыл президент булып ултырған Батькоға беларустар, йөҙөнә бәреп, “кит!” тип әйтерен. Эйе, сама белеү ҡайҙа ла кәрәктер шул.
Владимир Путин бәләгә тарыған коллегаһына Франция һәм Германия лидерҙары менән телефондан һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында еткерҙе, тип белдерә Sputnik Беларусь агентлығы.
Әйткәндәй, Белоруссияның Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, низағ барышында 120 хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре төрлө тән йәрәхәттәре алған, ә протест акцияһында ҡатнашҡан ике кешенең үлеү осрағы теркәлгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: