0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 14:43

“Башҡортостан сода компанияһын” республикаға алайыҡ

Республика башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компания"һын, устав капиталында республика өлөшөн арттырып, милли милеккә тапшырыу тәҡдимен индерҙе. Был турала ул 19 августа “Мәскәү шаңдауы” радиостанцияһының баш мөхәррире Алексей Венедиктовҡа белдерҙе.

-Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Акционер булараҡ, республика яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Бының өсөн предприятие акцияларының контроль пакетын алып (бөгөнгө көндә республика БСК акцияларының 38,28% эйә). Уның ҙур өлөшөн һатып алғанда, беҙ, урындағылар, предприятиеның яҙмышын хәл итә алыр инек. Ул ярайһы табышлы өлкә. Дәүләт унан яҡшы килем ала. Әлеге хәлдә, предприятиеның контроль пакеты республикаға күсһә һәм уның менән уйлап идара иткәндә, был иһә дивиденттарҙың ҡыҫҡарыуына килтерәсәк. Ә уны артабан предприятиены үҫтереүгә һәм яңыртыуға йүнәлтергә мөмкин.
Бынан тыш, Радий Хәбиров шуны ла билдәләне: әгәр ҙә “Башҡортостан сода компанияһы” республика контроленә күсһә, уның артабанғы үҫешендә сеймалдың башҡа альтернатив сығанаҡтарын да эҙләргә мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: