+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 17:18

Юғары технологиялы эндоскоп алғандар

21-се Өфө клиник дауаханаһына Японияла етештерелгән заманса эндоскопия комплексы алғандар.#нацпроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан #нацпроектздоровье

21-се Өфө клиник дауаханаһына Японияла етештерелгән заманса эндоскопия комплексы алғандар.
#нацпроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан #нацпроектздоровье
Яңы ҡоролма диагностикалау сифатын күтәреүгә, ресурстарҙы экономиялауға, пациенттарға тикшереү үткәргәндә зыян килтермәүгә булышлыҡ итәсәк.
Эндоскопик комплекс башҡаларынан рәсемдең аныҡ һәм асыҡ булыуы менән айырылып тора. Медицина хеҙмәткәрҙәре уның пациенттар өсөн бик уңайлы булыуын да билдәләй. Эндоскопик операциянан һуң яра эҙе ҡалмай, һүл ағыҙыусы көпшә ҡуйылмай, ҡан сыҡмай. Наркоздан сығыу менән, кеше шунда уҡ тиерлек ултыра, йөрөй ала, бер тәүлек эсендә уға ашау-эсеү рөхсәт ителә.
Тикшереү хаҡындағы мәғлүмәт видеоинформацион үҙәктең мониторында күренә, уны пациентҡа артабан башҡа медицина учреждениеларында консультация үтеү өсөн тапшырырға мөмкин. Был бигерәк тә онкологик ауырыуға шик булғанда бик мөһим.
Юғары технологиялы диагностик комплекс “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: