Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә Ҡырғыҙстанға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итергә киткән бер төркөм медиктарыбыҙ кисә республикаға ҡайтты.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡушыуы буйынса республикабыҙ дауаханаларының табип-эпидемиологтары, инфекционистары, коронавирус йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалау тәжрибәһенә эйә БДМУ студенттары һәм ординаторҙары Ҡырғыҙстандағы коллегаларына ойоштороу-методик йәһәттән ярҙам күрһәтеү, ауыр сирлеләрҙе дауалау буйынса консультациялар биреү өсөн киткәйне.
Табиптар илдең 31 медицина ойошмаһында өс төп йүнәлеш буйынса эшләгән: урындағы белгестәрҙе биологик яҡлау һәм эпидемияға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса уҡытҡан, ауырыуҙарҙы дауалауҙың клиник протоколдарына үҙгәрештәр индереү йәһәтенән методик рекомендациялар биргән, илдең һаулыҡ һаҡлау системаһын эпидемиологик хәл насарайыу ихтималлығына әҙерләү буйынса саралар исемлеген булдырған.
– Беҙ Ҡырғыҙстандың бөтә ете төбәгендә, ике ҙур ҡалаһында эшләнек. Эш ябайҙан түгел ине, сирҙе төрлө кимәлдә үткәреүсе ауырыуҙар булды. Хөкүмәттә үткән осрашыуҙа Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков эшебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе, йылы ҡабул итеүҙәренә беҙ ҙә рәхмәт менән яуап бирҙек. Республикабыҙҙы, өйөбөҙҙө бик һағындыҡ, – тине төркөм етәксеһе Евгений Кустов.
Республика белгестәре 4 меңдән ашыу ауырыуҙы ҡараған, 615 кешене стационарҙан сығарған, 594 ауырыуҙы унан сығарыуға әҙерләгән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте фотолары.