+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 15:20

Һөйләшеүҙәр һайлауҙар үткәс кенә ихтимал

Рәсәй Президенты Владимир Путин Фарсы ҡултығындағы көсөргәнешлек һәм Иран мәсьәләләре буйынса онлайн режимда саммит үткәреү тураһында тәғдим индергәйне, тик Америка уны кире ҡаҡты, тигән белдереү яһаны Веналағы халыҡ-ара ойошмалар эргәһендәге РФ-ның даими вәкиле Михаил Ульянов, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” агентлығы.

АҠШ баҫым яһау сәйәсәтенә тоғро ҡала, ә Рәсәй һөйләшеп килешеү яғында тора, ти ул.
“Рәсәй инициативаһына ҡушылаһығыҙмы?” – тигән журналистарҙың һорауына Дональд Трамп: “Ихтимал, юҡ”, - тип яуаплаған. АҠШ-та ноябргә билдәләнгән һайлауҙар үтмәй тороп, был мәсьәлә буйынса ниндәйҙер ҡарар көтөү урынһыҙ, тип белдерәләр Вашингтондан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: