+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 12:40

Ҡуштау яҙмышы – беҙҙең ҡулда!

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлап күтәрелгән республика йәмәғәтселеге, экология активистары, ғалимдар, республиканың кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары менән изге тауҙың яҙмышы тураһында һөйләшеү алып барҙы.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлап күтәрелгән республика йәмәғәтселеге, экология активистары, ғалимдар, республиканың кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары менән изге тауҙың яҙмышы тураһында һөйләшеү алып барҙы.
- Ҡуштауҙа әйткән һүҙҙәремде ҡабатлайым: компромисс тапмай тороп тауға бер кем дә аяҡ баҫмаясаҡ, ҡаҙыу эштәре башланмаясаҡ. Мин шуны аңланым: Ҡуштау яҡлылар – тауҙы, тәбиғәтте яратҡан эскерһеҙ кешеләр. Тик бөтәһе лә түгел. Тағы ла бит “Сода” эшсәндәре бар, предприятие ла эшләргә тейеш. Улар тураһында ла уйларға кәрәк тә баһа. Миңә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй булыуға ҡарамай, бергәләп мәсьәләнең сиселешен табырға тейешбеҙ, - тине етәксе һөйләшеү башында.
Уның һүҙҙәре буйынса, тауҙы ҡаҙа башлау законға ҡаршы килмәй, бының өсөн “Сода”ның кәрәкле бөтә рөхсәт ҡағыҙҙары бар, тик “мәсьәлә законда түгел, ә халыҡ тотҡан позицияла”.
Әйткәндәй, шаршамбы көнө, 19 августа, “Сода” етәкселеге брифинг үткәрә һәм уның барышында Ҡуштауҙы ҡаҙа башлау тураһындағы үҙҙәрендә булған барлыҡ рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтәсәк. Тик шуныһы бар: ул документтар “таҙа” юл менән алындымы икән. “Коррупция” тигән төшөнсәнең көс-ҡеүәтен беҙ яҡшы беләбеҙ, тип яҙалар был турала социаль селтәрҙәрҙә.
Республика Диниә назараты идараһы рәйесе Айнур Биғәлин үткән ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Киң мәғлүмәт сарларының, социаль селтәрҙәрҙең Ҡуштау тирәләй барған хәлдәрҙе сәйәси юҫыҡҡа төшөрөүе ныҡ борсой. Диндар кеше булараҡ, мине барыһы ла хафаландыра: был яҡта ла, теге яҡта ла үҙ халҡыбыҙ бит. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр тураһында ла уйларға кәрәк. БСК урындағы халыҡҡа тейешенсә иғтибар бүлмәй. Предприятиены һаҡлап алып ҡалырға кәрәк, эшселәр ҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Ҡуштауҙы яҡлап сыҡҡандарҙы ла ишетергә, тыңларға бурыслыбыҙ. Улар – тауҙар аҡтарырҙай әүҙем йәштәр, ғәмәлдә. Әгәр мәсьәләгә дөрөҫ тотонғанда, бик күп файҙалы эштәр атҡарырға мөмкин.
Мин был низағты тәрәнгә ебәрмәү яҡлы. Республикабыҙ дөйөм болғаныш төбәгенә әүрелмәһен ине. Һәр кем менән һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға, сәй янында был проблеманы хәл итеү тураһында хоҡуҡи нигеҙҙә тыныс һөйләшеүҙәр алып барырға мөмкин.
Ике сәғәттән ашыу барған “түңәрәк өҫтәл” артында үткән ике аҙнала Ҡуштауҙа булған ваҡиғаларға хоҡуҡи баһа биреү, тыныс халыҡ менән бәрелештәр ойошторған барлыҡ вазифалы кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу, ҡулға алынған активистарҙы иреккә сығарыу, “Сода” өсөн альтернатив сеймал сығанағы табыу һәм башҡа мәсьәләр тикшерелде.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: