+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 20:00

Сир китер көн ҡасан етер?..

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 вирусы 30 ауырыуҙа табылған.

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 вирусы 30 ауырыуҙа табылған. 18 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 7 367 иҫәпләнә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кисәле-бөгөнлө 51 кеше, был сирҙән һауығып, дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып барлығы 6 564 яҡташыбыҙ коронавирусты еңеүгә өлгәшкән.
Ауырыуҙы еңел үткәреүсе 665 кеше өйөндә дауаланһа, 111 сырхау дауаханала ята. Туғыҙының хәле ауыр, өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә.
Шәфҡәтһеҙ вирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 27.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: