Республика ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә Пархоменко урамындағы йорттарҙың береһе ихатаһына эт кеше башы алып килә.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Сутолока йылғаһына яҡын кеше мәйете ҡалдыҡтары табыла. Эксперт-криминалистар билдәһеҙ был кешенең танауы иҙелеүен, баш һөйәге ярылыуын, аяҡтарының һынған булыуын асыҡлай. Ул 45 – 65 йәштәр тирәһендә, ябыҡ кәүҙәле булған, буйы – 163 – 175 см.
Бөгөнгө көндә полицейскийҙар мәрхүмдең туғандарын эҙләй. Уны таныусыларға Өфөнөң 9-сы һанлы полиция бүлегенә 8 (347) 279-56-46, 279-56-22 телефондар буйынса шылтыратыу һорала.