-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 15:01

Заманса технологиялар ҡулланыла

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты # национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты # национальныепроектыБашкортостан
Подряд ойошмаһы Ҡаранай Моратов урамында Коммунистик урамдан алып Артем урамына тиклем япманың өҫкө ҡатламын һалыуҙы башлаған. “РСУ ДОР” муниципаль бюджет ойошмаһы асфальт-бетон ҡатнашмалары етештереүҙең Суперпейв (Superpave йәки Superior Performance Pavements) тип аталған заманса технологияларын үҙләштергән. Был метод автомобиль юлдарын эксплуатациялауҙа климатик шарттарға һәм хәрәкәттең көслөлөгөнә ҙур иғтибар бирә.
Суперпейв методын ҡулланыу һөҙөмтәһендә тәгәрмәс эҙе барлыҡҡа килеүгә, һауа торошо түбән булғанда сатнауға, емерелеүгә тотороҡло япма барлыҡҡа килә. Был асфальт-бетон ҡатнашмаһы составын проектлауҙың һәм компоненттарҙы һынау методтарының махсус ысулдарын ҡулланыу юлы менән тормошҡа ашырыла. Бындай ысулды ҡулланыу киләһе ремонтты кисектерергә ярҙам итер.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в