Был аҙнала Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында һауа температураһының +1 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.
Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, һыуыныу 19 августҡа ҡарата төндә буласаҡ. Аҙна буйы республикала көндөҙ +13-тә +19 градусҡа тиклем йылы күҙаллана. Төндә – уртаса +8. Ҡайһы бер райондарҙа ямғырҙар яуыуы, йәшен һәм боҙ борсаҡ көтөлә.
Ялға ҡарай +20 градусҡа тиклем йылыта, яуым-төшөм прогнозланмай.