+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 16:24

Сикләүҙәрҙе йомшартыуҙың икенсе этабына әҙерләнәбеҙ

Республика коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе йомшартыуҙың икенсе этабына әҙерләнә. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Республика коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе йомшартыуҙың икенсе этабына әҙерләнә. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул икенсе этапҡа инеү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүен әйтеп үтте.
“Сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе этабына нығынып сығырға кәрәк, – тине ул. – Һуңғы мәғлүмәттәр пневмония менән сирләүселәрҙең кәмей барыуы тураһында һөйләй. Был – беҙҙең өсөн мөһим күрһәткестәрҙең береһе һәм ул яҡшыға ышанысты нығыта. Коронавирус йоҡтороусылар һаны ла бер кимәлдә”.
Иртәгә, 18 августа, коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы уҙғарыласаҡ. Унда транспортта, күп функциялы үҙәктәрҙә, дауаханаларҙа, сауҙа учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү буйынса ниндәй саралар күрелеүе хаҡында һүҙ барасаҡ.
Шулай уҡ республика етәксеһе эпидемиологик йәһәттән ҡатмарлы миҙгел яҡынлашыуын, ул осорҙа, ғәҙәттәгесә, киҫкен респиратор-вируслы сирҙәр, грипп менән ауырыусылар артасағын билдәләне. Радий Фәрит улы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙа кәрәкле һанда буш урындар хәстәрләргә ҡушты.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус 38 яҡташыбыҙҙа табылған. 17 авгусҡа ҡарата, COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 340-ҡа еткән. Унан барлығы 6 513 кеше һауыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып Башҡортостанда был сирҙән 27 ауырыу вафат булған.
Читайте нас: