+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 14:41

“Сағыу” биҫтәһендә – сағыу балалар баҡсаһы

Өфөнөң Дим районында урынлашҡан “Сағыу” биҫтәһендә 180 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектдемография

Өфөнөң Дим районында урынлашҡан “Сағыу” биҫтәһендә 180 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектдемография
БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөлөш үткән йылдың авгусында башланған. Объектты эксплуатацияға индереү 2020 йылдың аҙағына тиклем ниәтләнә. Дәүләт заказсыһы – БР капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы – “Башгражданстрой” тресы.
Әле төҙөүселәр эштең байтаҡ өлөшөн башҡарған да инде. Бинаның йөҙө биҙәлә. Эске яғын биҙәү, инженер селтәрҙәре үткәреү эштәре бара. Биләмәне төҙөкләндереү ҙә дауам итә. Резина япмалы уйын майҙансыҡтарына нигеҙ әҙер, күләгә биреүсе түбәлектәр ҙә ҡуйылған.
Бинаның дөйөм майҙаны өс мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. Яңы балалар баҡсаһында һигеҙ төркөмдә бәләкәстәр йөрөйәсәк. Ясле йәшендәгеләр өсөн төркөм дә буласаҡ.
Балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: