+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 13:25

Белорустар хуплай һәм ҡаршы

Кисә Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа Александр Лукашенко яҡлылар һәм уға ҡаршыларҙың митингыһы үтте.

Кисә Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа Александр Лукашенко яҡлылар һәм уға ҡаршыларҙың митингыһы үтте.
Төрлө сығанаҡтар, ил етәксеһе яҡлылыр һаны 30 – 70 мең булды, ә ҡаршылар 100 – 200 меңгә етте, тип яҙа.
Союз дәүләттә халыҡ ризаһыҙлығы 9 августа, һайлау участкалары ябылғас та, башланды. Белорустар, үткән һайлауҙарҙа күпләп фальсификациялауға юл ҡуйылды, асылда, президент вазифаһына Светлана Тихановская үтте, тип бара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Александр Лукашенко өсөн һайлаусыларҙың – 80,2 проценты, Светлана Тихановская өсөн – 10,1 проценты тауыш биргән.
Тәүге көндәрҙә протесҡа сығыусылар араһынан 6700 кеше ҡулға алына, бер кеше һәләк була. Хоҡуҡу һаҡлаусылар араһында ла тән йәрәхәттәре алыусылар бар.
Кисә Владимир Путин Белоруссиялағы хәлдәр тураһына Александр Лукашенко менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Унда: “Рәсәй яғы, Союз дәүләт ҡороу тураһындағы Килешеү принциптары нигеҙҙәренә таянып, кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. Шулай уҡ ярҙам, мохтажлыҡ килеп сыҡҡан осраҡта, Дөйөм хәүефһеҙлек Килешеүе Ойошмаһы сиктәрендә лә күрһәтелеүе ихтимал”, - тип әйтелә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: