-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 14:10

1 сентябҙә – өҫтәмә ял...

Беренсе синыфҡа барыусы балаларҙың ата-әсәләре өсөн 1 сентябрь ял көнө тип иғлан ителеүе ихтимал.

Беренсе синыфҡа барыусы балаларҙың ата-әсәләре өсөн 1 сентябрь ял көнө тип иғлан ителеүе ихтимал.
Прогрессив белем биреү Институты етәксеһе Анна Маркс вице-премьер Татьяна Голиковаға шундай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.
Институт үткәргән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең 56 проценты 1 сентябҙә беренсе синыфҡа килеүсе балаһын менән мәктәпкә барырға планлаштыра. Бының өсөн уларға отгул алырға тура киләсәк. Ата-әсәләрҙең 37 проценты был көндә бик тә мәктәптә булырға теләй, тик, эш хаҡын юғалтыуҙан ҡурҡып, был ниәттән баш тарта. Эштән китә алмаусылар, етәкселәрҙең ебәрмәүе лә быға сәбәп булып тора икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: