+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 23:30

Ҡуштау тураһында килешеү буласаҡ

Бөгөн, 16 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы Башҡорт сода компанияһы тарафынан сеймал өсөн ҡаҙыуға ҡаршы сыҡҡан экология яҡлы активистар менән осрашты.

Бөгөн, 16 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы Башҡорт сода компанияһы тарафынан сеймал өсөн ҡаҙыуға ҡаршы сыҡҡан экология яҡлы активистар менән осрашты.
Билдәле булыуынса, кисә БСК тарафынан үткәрелгән флешмоб барышында предприятие хеҙмәткәрҙәре менән экология активистары араһында бәрелештәр булғайны. Бөгөн Ҡуштауҙа ул хәл тағы ҡабатланды.
- Компромис ҡарарға килмәйенсә, Ҡуштауға бер кем дә яҡынламаясаҡ, бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмаясаҡ, - тине Радий Хәбиров йыйылған халыҡҡа. – Етәр, һуғышырға бер кемгә лә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Тыныс йәшәргә һәм үҫеш юлына баҫырға кәрәк. Әлеге ваҡиғалар беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә юғалтыу ғына.
Ҡупҡан ниғаз барышында ҡулға алынғандар буйынса ҡарар закон нигеҙендә буласаҡ, тип белдерҙе Республика Башлығы.
Активистарҙың Ҡуштау мәсьәләһе буйынса Координация советы төҙөү тураһындағы тәҡдимен Радий Хәбиров хуплап ҡаршы алды һәм экологтар хәрәкәте лидерҙарын иртәгә үк уның тәүге ултырышына саҡырҙы.
Осрашыу һөҙөмтәһендә рөхсәт ителмәгән митингты туҡтарыу буйынса килешеүгә өлгәшелде.
- Бөгөн БСК беренсе булып тауҙан китә, техниканы ала. Ҡамасауламағыҙ, улар эшселәр бит, ҡуйылға бурыстарын үтәнеләр. Полицияның күпселек өлөшө лә ҡайта. Бында тәртип һаҡлау өсөн ҙур булмаған көстәре генә ҡала, - тине Радий Фәрит улы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: