+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 00:35

34 ауырыуҙа – коронавирус, 81-ендә пневмония асыҡланған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы тағы 34 ауырыуҙа раҫланған.15 авгусҡа ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 7 268.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы тағы 34 ауырыуҙа раҫланған.15 авгусҡа ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 7 268.
Стационарҙарҙа был ҡаты сирҙән дауаланыусылар – 122. Һигеҙенең хәле ауыр, өсәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Табип тәғәйенләгән дауаны өйҙәрендә алыусылар – 637.
Һуңғы тәүлектә 191 кеше, коронавирус инфекцияһын еңеп, дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 6 483 яҡташыбыҙ унан һауыҡҡан.
Эпидемия башланғандан бирле республикала мәкерле вирустан 26 сырхау вафат булды. Аҙаҡҡы тәүлектә унан донъя ҡуйыусылар юҡ.
Үпкәләре ялҡынһынған ауырыуҙар ҙа етди күҙәтеү аҫтында дауалана. Тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония 81 сырхауҙа табылған, 117 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: