+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:18

Ташҡа биҙәктәр төшөрөүсе оҫталар тәүгә ярышасаҡ

Башҡортостанда беренсе тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүсе оҫталарҙың ярышы уҙғарыла. Конкурста таштан әйберҙәр етештергән ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүл граждандар ҡатнаша ала.#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан

Башҡортостанда беренсе тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүсе оҫталарҙың ярышы уҙғарыла. Конкурста таштан әйберҙәр етештергән ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүл граждандар ҡатнаша ала.
#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан
Конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре 5 номинацияла баһаланасаҡ: классика һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте, ташҡа биҙәк төшөрөү инновациялары, сувенир әйбере, интерьер һәм ҡулланма предметтар, йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе оҫта. Һуңғы номинацияла 23 йәшкә тиклемге оҫталар ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 14 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләрҙе +7 (937) 362-777-4 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: