+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 19:31

COVID тағы бер ғүмерҙе алып китте...

Республикала COVID-19 ҡорбандары 26-ға етте – һуңғы тәүлектә унан тағы ла бер ғүмер өҙөлдө.

Республикала COVID-19 ҡорбандары 26-ға етте – һуңғы тәүлектә унан тағы ла бер ғүмер өҙөлдө. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, вафат булыусы – 57 йәшлек Стәрлетамаҡ уҙаманы. Ул бик ауыр сирләгән, геморрагик бронхит хәлен тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштырған.
14 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 7 234 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 37-гә артҡан. Был сирҙән йәмғеһе 6 292 яҡташыбыҙ һауыҡҡан, шуларҙың 569-ы – аҙаҡҡы тәүлектә.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 160 сырхау ята, туғыҙы ауыр хәлдә, өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында ғына тын ала. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 756.
Үпкәләре ялҡынһынып, дауаханаға эләккән ауырыуҙар ҙа табиптарҙың айырым иғтибарында. Кисәле-бөгөнлө был диагноз 78 сырхауға ҡуйылған, 102 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: