+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:20

“Һаҡсыл” дауахана

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын арттырыу өсөн Яңауыл үҙәк район дауаханаһына һаҡсыл етештереү системаһы индерелгән. #нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын арттырыу өсөн Яңауыл үҙәк район дауаханаһына һаҡсыл етештереү системаһы индерелгән.
#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, медицина учреждениеһының поликлиника бүлектәрендә уңайлы навигация булдырылған, холда администратор эше үҙгәртелгән, пациенттар менән аралашыу ҡағиҙәләре стандартлаштырылған, регистраторҙар функцияһы аныҡланған, айырым карта һаҡлау урыны булдырылған, халыҡҡа табиптарға контакт-үҙәк һәм интернет ресурстары аша яҙылыуҙың уңайлыҡтары хаҡында хәбәр ителгән.
Хәҙер медицина ярҙамы алыу өсөн оҙаҡ сиратта торорға тура килмәйәсәк. Диспансеризация һәм профилактик медицина тикшереүе үтеү ҙә уңайлыраҡ һәм тиҙерәк буласаҡ. Улар медицина профилактикаһы бүлегендә башҡарыласаҡ. Диспансеризация өсөн айырым көндәр билдәләнгән.
Бынан тыш, табипҡа тиклем һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү кабинеттары асылған. Ә тар белгеслектәге табиптарҙың кабинеттары бинаның бер яғында урынлашҡан.
Һаҡсыл эш форматы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә индерелгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: