+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 18:51

Кисә лә, бөгөн дә – 35

Һуңғы осорҙа республикала коронавирус йоҡторған яңы ауырыуҙар һаны көн һайын бер кимәлдә. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин: “Аҙаҡҡы өс аҙнала көн дә өҫтәлеп торған ковид менән сирләүселәр 35-36-нан артмай – үҙенсәлекле платола торабыҙ”, – тип билдәләп үтте.

Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы тағы ла 35 сырхауҙа табылған. Уның менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны – 7 197.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа был шәфҡәтһеҙ сиргә ҡаршы көрәшеүселәр – 253. 21-енең хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә табиптар. 1 196 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана.
Һуңғы тәүлектә 262 кеше дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан бирле ковид-19 вирусын еңеүсе яҡташтарыбыҙ – 5 723.
Республикала коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 25.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы билдәләүенсә, коронавирус йоҡтороусыларҙың 1 619-ында, йәғни 22, 5 процентында, “дауахананан тыш пневмония” асыҡланған.
Кисәле-бөгөнлө пневмония тағы ла 82 ауырыуҙа табылған, 134 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: