+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 15:08

Башҡорт балын барыһы ла ярата

Республика умартасылары башҡорт балын экспортҡа оҙатырға әҙерләнә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан

Республика умартасылары башҡорт балын экспортҡа оҙатырға әҙерләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан
“Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының һынау үҙәгендә башҡорт балы партиялары тикшереү үтә. Ошо көндәрҙә лабораториялар белгестәре республиканың Өфө, Иглин, Нуриман, Күгәрсен, Благовещен, Ишембай райондарында урынлашҡан умарталыҡтарҙан алынған татлы ризыҡ өлгөләрен өйрәнгән. Был – “Медовз” экспорт компанияһы сифатын тикшерер өсөн алған продукцияның бер өлөшө генә. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән өлгөләр сит ил кәштәләренә оҙатыласаҡ.
Башҡорт балын быйыл АҠШ, Япония, Африка, Фарсы ҡултығы илдәрендә йәшәүселәр тәмләй ала. Йәй башынан алып сит илдәргә 20 тонна бал оҙатылған да инде.
9 авгусҡа республика 93 миллион долларлыҡ (АҠШ доллары) агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаған. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына һәм “Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проектына ярашлы 2024 йылға күрһәткес 230 миллион долларға етергә тейеш.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: