Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 15:56

25 миллион һум аҡса ҡайҙа булған?

Бер йыл элек үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаны урындағы мәғлүмәт саралары: “Мөхәббәт ҡоло”- тип атаны. Сөнки был аҡсаларҙы ул ире Мараттың мәнфәғәте өсөн урлаған тигән фараздар бар.

Бер йыл элек үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаны урындағы мәғлүмәт саралары: “Мөхәббәт ҡоло”- тип атаны. Сөнки был аҡсаларҙы ул ире Мараттың мәнфәғәте өсөн урлаған тигән фараздар бар.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡала судында Луиза Хәйруллинаға хөкөм эшен ҡарау башланды. Судҡа Луизаны кеше күрмәгән ишектән индерҙеләр. Был иһә эштең резонанслы булыуына бәйле. Процеста ҡатнашыусы журналистар билдәләүенсә, ҡатын бик ныҡ ябыҡҡан һәм үкенес белдергән. Уның иптәше Марат әлегә өй шарттарындағы сикләүҙә.
Билдәле булыуынса, былтыр ғаилә банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ике балаһы менән ҡасып юҡ булды. Улар бер нисә ай федераль эҙләүҙә торҙо. Хәйруллиндарҙы күрше республикала, Ҡаҙан ҡалаһындағы ҡуртым фатирында тоттолар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Луиза урланған аҡсаларҙы ире Маратҡа биргән. Ә автоматта уйнау менән мауыҡҡан ир уны шунда уҡ отторған тигән фараздар бар.
Хәйруллиндар ғаиләһе үҙҙәренең ғәйебен таный һәм үкенес белдерә. Улар тикшереү эшенә ярҙам итһә лә, урланған аҡсалар ошоғаса ҡайтарып бирелмәгән. Уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Әгәр ҙә Луиза менән Марат Хәйруллиндарҙың ғәйебе тулыһынса иҫбатланһа, уларҙың һәр береһенә ун йыл хөкөм янай.
Фото Рәсәй- Башҡортостан каналынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: