+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:40

Вакцина иң элек табибтарға һәм уҡытыусыларға тәғәйен

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә 2020 йылдың 31 июленә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы 26 вакцинаға клиник һынауҙар үткәреү башланған була.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә 2020 йылдың 31 июленә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы 26 вакцинаға клиник һынауҙар үткәреү башланған була.
Тағы ла 139 вакцина һынауҙар өсөн әҙер тип һанала.
Рәсәйҙә COVID-19 ҡаршы вакцина буйынса тикшеренеүҙәр ғинуарҙа башлана. Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, 14 ғилми-тикшереү лабораторияһы уның 47 төрө өҫтөндә эшләй. Шуларҙың араһынан 17-һе перспективалы, тип хәбәр итте июль башында һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко.
Кисә Президент Владимир Путин, Рәсәй донъяла беренсе булып коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаны рәсми теркәне, тип белдерҙе. Уны иң элек табибтар һәм уҡытыусылар яһатасаҡ. Ә инде күпләп етештереү яйға һалынғас, вакцинаны теләгән һәр кем бушлай аласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: