Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 12 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар барлығы 7 162 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 35 ауырыу асыҡланған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа дауаланыусылар – 279. Уларҙың 28-е ауыр хәлдә. Сирҙе еңел үткәреүсе 1 397 ауырыу өйҙәрендә дауалана.
Тәүлек эсендә 57 кеше дауахананан сыҡҡан. Был зәһәр сирҙән һауығыусылар йәмғеһе – 5 461.
“COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡала – 25”, – тип билдәләй республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония диагнозы 91 ауырыуға ҡуйылған, үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеп, дауахананан сығыусылар – 130.