+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 14:59

Меңдән ашыу термопринтер алынған

Республиканың 108 медицина ойошмаһына 1016 махсус термопринтер алынған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздоровье

Республиканың 108 медицина ойошмаһына 1016 махсус термопринтер алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздоровье
Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ярлыҡтар баҫа торған термопринтерҙар лаборатор тикшереүҙәр үткәргәндә биоматериалдарҙы штрихкодлау өсөн тәғәйенләнгән.
Термопринтерҙар менән медицина ойошмаларының барлыҡ стационар подразделениеларының ҡабул итеү бүлектәре лә тәьмин ителгән. Улар пациенттарға электрон идентификация беләҙеге баҫа.
Яңы ҡоролмалар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы контур булдырыу” программаһы буйынса алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: