+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 15:01

Иглин – Кальтовка юлына асфальт түшәлә

Иглин – Кальтовка юлы участкаһына асфальттың тәүге ҡатламы түшәлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан

Иглин – Кальтовка юлы участкаһына асфальттың тәүге ҡатламы түшәлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан
Иглин – Субаҡай – Кальтовка юлының 7,5 саҡрым оҙонлоҡтағы өлөшөн реконструкциялауҙы БР Юл хужалығы идаралығы заказы буйынса “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте алып бара. Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Контракт 2019 йылда төҙөлгән. Уның дауамлылығы 3 йыл тәшкил итә, эштәр 2021 йылда тапшырыласаҡ. Ремонт өсөн барыһы 220 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Яңы юл район үҙәгенән, М5 трассаһына сыҡмай ғына, Субаҡай ауылына барыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ ул ауылдың ҙур биҫтәһендә – Яңы Иглиндә юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итәсәк. Бында 12 мең кеше йәшәй. Быға тиклем улар асфальт түшәлмәгән арба юлынан йөрөгән.
Ремонт эштәрен башҡарғанда юл төҙөүселәр барлыҡ технологияларҙы ла теүәл үтәй.
– Был юлды халыҡ көтөп алды. Үҙем дә ошо юлдан йөрөйөм һәм уның ниндәй хәлдә икәнен һәйбәт беләм. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә уның ремонтланыуы бик яҡшы. Тиҙҙән беҙҙең граждандар матур, яңы асфальттан елдерәсәк, – ти Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: