+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:55

Үҙе сәнскән, үҙе яраһын бәйләгән

Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асҡан.

Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асҡан.
Ул “бәләгә тарыусының һаҡһыҙҙан үлеменә сәбәп булған кеше һаулығына аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса ғәйепләнә.
6 августа никахта тормаған иҫерек ир менән ҡатын араһында көнкүреш проблемаларына бәйле ғауға ҡуба. Сығырынан-сыҡҡан ҡатын ҡулына эләккән бысаҡ менән аңғармаҫтан ирҙең эсенә сәнсә. Шунан уның яраһын бәйләй һәм сығып китә. Ике көндән күршеләре саҡырған полиция ирҙең үле кәүҙәһен таба.
Читайте нас: