+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 13:12

“Башҡортостан – бөтә яҡлап өлгө”

Кисә Мәскәүҙә “Милләт һаулығы – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе” тигән Бөтә Рәсәй форумы башланды. Башҡортостан унда үҙенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, шулай уҡ бик ҡыҫҡа ваҡытта – 55 көндә Республика йоғошло сирҙәрҙе дауалау үҙәген төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Кисә Мәскәүҙә “Милләт һаулығы – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе” тигән Бөтә Рәсәй форумы башланды. Башҡортостан унда үҙенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, шулай уҡ бик ҡыҫҡа ваҡытта – 55 көндә Республика йоғошло сирҙәрҙе дауалау үҙәген төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Башҡортостандың күргәҙмә стендында яңы Үҙәктең интерактив макеты ҡуйылған. Шулай уҡ бөтә ҡорамалдары: ауырыуҙың ҡан баҫымын, һулышын, температураһын үлсәүсе монитор, инфузион өҫтәлдәр, реанимацион консоль, яһалма һулыш аппараты менән реанимация һәм интенсив терапия боксының күсермәһен күрергә мөмкин.
Инсталляция стеналарының береһендә госпиталде төҙөгәндә коммуникацияларҙың нисек һалыныуын ҡарарға була. Улар ярҙамында медицина ҡорамалдарының көйлө эшләүе тәьмин ителә.
Форум ҡунаҡтарында күргәҙмә стенды ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар айырыуса госпиталдең заманса конфигурацияһын һәм палаталарҙың йыһазландырылыуын билдәләне. Милләт һаулығы лигаһы Президенты, академик Лео Бокерия республикабыҙҙы “Халыҡты сәләмәтләндереүгә индергән өлөшө һәм “Милләт һаулығы – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе” Бөтә Рәсәй форумын үткәреүҙә ярҙам итеүе өсөн” рәхмәт менән билдәләп үтте.
“Башҡортостан Республикаһы бөтә яҡлап та: һаулыҡ һаҡлауҙа ла, спортта ла, илдең интеллектуаль потенциалын үҫтереүҙә лә өлгө булып тора. Быны ҙур яуаплылыҡ һәм республикала йәшәүселәргә ҙур ихтирам менән белдерәм. Республикала булғаным, операция яһағаным бар, унда дуҫтарым йәшәй. Күргәҙмә стенды бик юғары кимәлдә эшләнгән. Ул иғтибарҙы йәлеп итер, иң мөһиме – файҙа килтерер, тип уйлайым”, – тине ул күргәҙмә буйлап үткән саҡта Башҡортостан хаҡында.
Форумда республиканың медицина ҡаҙаныштары менән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры Андрей Назаров таныштырҙы. Ул “Яңы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы халҡы һаулығын һаҡлау һәм нығытыу” пленар ултырышында спикер булараҡ сығыш яһаны.
“Милләт һаулығы – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе” форумын “Милләт һаулығы лигаһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторҙо.
Читайте нас: