+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 15:03

109 ФАП асыласаҡ

2020 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 109 яңы ФАП һәм табип амбулаторияһы ишеген асасаҡ. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздоровье

2020 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 109 яңы ФАП һәм табип амбулаторияһы ишеген асасаҡ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздоровье
Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәүәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Шулай уҡ ул быйыл Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана эшләй башлаясағы, Октябрьский ҡалаһында 1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусын реконструкциялау тамамланасағы хаҡында әйтеп үтте. Өфөлә Республика кардиология үҙәге реконструкциялана, унда хирургия корпусы төҙөлә, бында эштәр 2021 йылдың аҙағында тамамланасаҡ. Өфөлә, Бөрөлә, Саҡмағошта поликлиникалар төҙөлә.
7 августа Республика клиник онкология диспансерының яңы хирургия корпусы асылды. Өфө районында Республика клиник инфекция үҙәге уңышлы эшләй.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” һәм “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юғары технологиялы йыһаз урынлаштырыуға медицина учреждениеларын әҙерләүгә 135 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: