+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 13:06

Заманса оҫтаханалар асыла

2021 йылда грант алыу өсөн “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проекты конкурсында Башҡортостандың алты белем биреү усағы еңеп сыҡҡан. Киләһе йылда колледж һәм юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 24 заманса оҫтахана асыласаҡ. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылда грант алыу өсөн “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проекты конкурсында Башҡортостандың алты белем биреү усағы еңеп сыҡҡан. Киләһе йылда колледж һәм юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 24 заманса оҫтахана асыласаҡ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан
Был эштәр республикала “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Еңеүселәр араһында – Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжы, Дыуан күп профилле колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты.
Дүрт колледж һәм ике вузда оҫтаханалар булдырыу өсөн 206 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Оҫтаханалар Ворлдскиллс Рәсәй стандарттарына ярашлы йыһазландырыласаҡ. Бында студенттарҙы төп һәм өҫтәлмә белем биреү программаларына өйрәтәсәктәр. Бының өсөн заманса технологиялар ҡулланыласаҡ, шулай уҡ профориентацион саралар үткәреләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: