-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 12:35

Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән тура диалог ҡорорға әҙер

Ҡуштау тирәһендә хәлдәрҙең киҫкенләшеүенә бәйле Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет рәсми белдереү яһаны.

Ҡуштау тирәһендә хәлдәрҙең киҫкенләшеүенә бәйле Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет рәсми белдереү яһаны.
“Ҡуштауҙа, БР Ишмебай районы Үрнәк ауылы эргәһендә, “Башҡорт сода компанияһы” АЙ-нең геологоразведка эштәре башлауына, ағастарҙың ҡырҡылыуына бәйле, республика йәмәғәтселегенең тәбиғәтте, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының тарихи ҡиммәтен һаҡлауҙы, экология именлеге һәм хәүефһеҙлек нормаларын үтәүҙе талап иткән протест әүҙемлеге артты.
Геологоразведка эштәре барған урынға илткән берләм урман юлы ҡырында активистарҙың лагеры ҡалҡып сыҡты. Уға бәйле ЧОП, полиция һәм граждандар араһында бер нисә тапҡыр ниғаз сыҡты. 9 августа активистар Куштауҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән флешмоб үткәрҙе. Шуны билдәләп үтәбеҙ: сараны күҙәткән Совет ағзалары мәғлүмәттәренә ярашлы, “Ҡуштау, йәшә!” кеүек акцияларҙың уртаһында Үрнәк ауылы кешеләре булды. Сара тыныс үтте. Шуға ҡарамай 9-нан 10-на ҡараған төндә хәл тағы киҫкенләште”, - тип әйтелә белдереүҙә.
Ҡуштау тирәһендә хәлдәрҙең киҫкенләшеүе Совет ағзаларын оло хафаға һала, тип белдерә улар.
“Совет, проблеманың тәрәнгә китеүен иҫкәртергә теләп, бөтә яҡтарҙың да хоҡуҡтарын һаҡлау күҙлегенән сығып, “БСК” АЙ-н активистар, ғалимдар һәм урындағы власть менән тура диалог ҡорорға саҡыра һәм тәҡдим итә. Әгәр “БСК” АЙ-е эш башҡарыу тураһындағы барлыҡ документтарҙы асһа һәм йәмәғәтселектең, киң мәғлүмәт сараларының бөтә һорауҙарына ла яуап бирһә, көсөргәнешлек баҫыла төшәсәк. Конфликтта дәүләткә ҡарамаған бизнес структураларҙың һәм билдәһеҙ формированиеларҙың ҡатнашыуына юл ҡуйырға ярамай, тигән фекерҙә Совет”, - тиелә мөрәжәғәттә.
Совет “БСК” АЙ-нә ЧОП көстәрен тик милекте ҡарауыллыуҙа ғына файҙаланырға һәм активистарға ҡарата физик көс ҡулланыуға юл ҡуймаҫҡа тәҡдим итә.
Совет Эске эштәр министрлығын, Росгвардияны һәм башҡа көс ведомстволарын, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә, Куштауға бәйле мәсьәләләр буйынса граждандарҙың хоҡуҡтары һәм законға нигеҙләнгән мәнфәғәттәре тураһындағы хәбәргә йылдам ҡуҙғырға саҡыра.
Совет килеп тыуған ҡаршылыҡтарға бәйле конструктив диалог ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашырға әҙер.
“Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: