+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 19:08

Сирҙең еңел, һиҙелмәгән төрҙәре менән сирләүселәр арта

Республикала коронавирус инфекцияһының еңел һәм билдәләре беленмәгән төрҙәре менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы вәкиле Галина Пермина белдерҙе.

Республикала коронавирус инфекцияһының еңел һәм билдәләре беленмәгән төрҙәре менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы вәкиле Галина Пермина белдерҙе.
“Сирҙең һиҙелмәгән һәм еңел төрҙәре менән сирләүселәр йәмғеһе 60 процент тирәһе тәшкил итә, – тип хәбәр итте ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә. – Сырхауҙарҙың 60 процентҡа яҡыны – 40 йәштән 60 йәшкә тиклемге эшләп йөрөүсе кешеләр, 6,1 проценты – пенсионерҙар”.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала әле коронавирус йоҡтороусылар барлығы 7 127 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә тағы ла 34 ауырыу өҫтәлгән.
Стационарҙарҙа ятыусылар – 306, шуларҙың 28-енең хәле ауыр. 1 392 ауырыу өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 20 кеше дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 5 404.
Эпидемия башланғандан алып мәкерле вирус 25 кешенең ғүмерен өҙгән. Аҙаҡҡы тәүлектә унан вафат булыусылар юҡ.
Һуңғы тәүлектә 78 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, 156 кеше был сирҙән һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: