+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 10:48

Медицина үҙәктәре төҙөлөшөнә – ҙур иғтибар

10 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар республикала эре медицина үҙәктәре төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

10 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар республикала эре медицина үҙәктәре төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Мәҫәлән, быйыл Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөй башларға ниәтләйҙәр. Унда 72 урынлыҡ стационар, реанимация һәим интенсив терапия бүлектәре, елек күсереп ултыртыу блогы, операция блоктары һәм көндөҙгө стационар буласаҡ.
Шулай уҡ Республика кардиология үҙәген реконструкциялау, унда 135 урынлыҡ хирургия корпусын һалыу дауам итә. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин кардиоүҙәкте үҙгәртеп ҡороу Республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүен әйте үтте.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимовҡа яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөштәренә финанстар йәлеп итеү өсөн властың федераль органдары менән эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: