-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 11:30

Көҙгөһөн ковид киҫкенерәк үтеүе ихтимал

Был хаҡта Пастера исемендәге эпидемиология и микробиология ғилми-тикшеренеүҙәр институты директоры, Санкт-Петербургтың баш иммунологы Арег Тотолян белдерә, тип яҙа “Известия” гәзите.

Был хаҡта Пастера исемендәге эпидемиология и микробиология ғилми-тикшеренеүҙәр институты директоры, Санкт-Петербургтың баш иммунологы Арег Тотолян белдерә, тип яҙа “Известия” гәзите.
Ғалим хәлдең киҫкенләшеүен миҙгелгә бәйле сирҙәрҙең көсәйеүе менән аңлата.
Көндәр һалҡынайыу менән, ғәҙәттә, грипп тарала. Быйыл уны ауыҙлыҡлап тотоу маҡсатында халыҡтың 60 процентын вакцинациялау планлаштырыла. Был хаҡта күрһәтмәне Президент Владимир Путин бирҙе, тип яҙа “Яңылыҡтар” агентлығы.
Вакцина бушлай бирелә. Сират булдырмаҫ өсөн урындарҙа власть органдары план-график төҙөргә, вакцина эшләтеүгә өйҙән яҙылыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға бурыслы. Эштәрҙең барышы тураһында тәүге доклад Президент өҫтәленә 30 августа ятырға тейеш. Артабан төбәктәр етәкселәре ай һайын отчет тотасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: