+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 01:28

“Еңеү урамы”ның береһендә йүнәтеү эштәре тамамланды

Быйыл республикабыҙҙың баш ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы РФ Транспорт министрлығы һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты командаһы ойошторған “Еңеү урамы” федераль проектында ҡатнаша.#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #улицапобеды

Быйыл республикабыҙҙың баш ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы РФ Транспорт министрлығы һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты командаһы ойошторған “Еңеү урамы” федераль проектында ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #национальныепроектыБашкортостан #улицапобеды
Проектта Еңеү көнө уңайынан йә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм ҡатнашыусылары исеме менән аталған, ремонт йә төҙөкләндереү эштәре талап ителгән урамдарҙы йүнәтеү эштәре ҡарала.
Өфөлә быйыл был проектҡа Новоженов һәм Ветошников урамдары ингән. Икеһе лә Советтар Союзы геройҙары хөрмәтенә ҡушылған. Бынан тыш, проектҡа 2019 йылда капиталь ремонт эштәре башланған Мостай Кәрим урамы ла ингән.
Әле Ветошников урамының Революцион урамынан Достоевский урамына тиклем һәм Чернышевский урамынан Воровский урамына тиклем ике участкаһында йүнәтеү эштәре тулыһынса башҡарылған. Ошо көндәрҙә горизонталь юл һыҙығы ла һыҙылған.
Иҫке юл полотноһы яңыға алмаштырылған, техник полосалар төҙөкләндерелгән, юл ситтәренә яңы таштар ҡуйылған, кәрәк урындарҙа тротуарҙар йүнәтелгән.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда юл төҙөү-ремонт эштәре миҙгеле тамамланыуға Өфөлә 22 юл участкаһын нормаға килтереү планлаштырыла. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20,85 саҡрым, майҙаны 460 мең квадрат метр тәшкил итә. Әле 15 участкала эштәр тамамланған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: