+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 14:27

Башҡортостанда туристар ағымы өс тапҡырға тиерлек артҡан

“Коронавирус кешеләрҙең планына үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, быйыл күпселек сит илгә ял итергә барманы. Башҡортостанда туристар ағымы быйыл йәй өс тапҡырға тиерлек артты”, – тип яҙа үҙенең “Фейсбук”тағы битендә Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.

“Коронавирус кешеләрҙең планына үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, быйыл күпселек сит илгә ял итергә барманы. Хәҙер эске туризм үҫешә. Башҡортостанда туристар ағымы быйыл йәй өс тапҡырға тиерлек артты”, – тип яҙа үҙенең “Фейсбук”тағы битендә Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.
Ул туристарҙың күпләп килеүе был өлкәләге ҡайһы бер проблемаларҙы асығыраҡ күрһәтеүен билдәләй. “Беренсеһе – юл буйҙарында һәйбәт сервистың юҡлығы. Әлбиттә, туристар юлында кафелар һәм магазиндар осрай, ләкин уларҙың күберәк булыуын теләге килә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мин коллегаларым алдына был бурысты ҡуйҙым да инде. Беҙ уңайлы төбәктә йәшәргә теләйбеҙ, ә теләһә ҡайһы ваҡытта һәйбәт итеп тамаҡ ялғап сығыу мөмкинлеге юҡ икән, тормошто уңайлы тип атап булмай. Йылы санузелдан башҡа ниндәй уңайлылыҡ булыуы мөмкин? Әле юл буйындағы сервисты сифатлы ойоштороу эше әүҙем алып барыла һәм был тәңгәлдә уңыштар бар, – тип хәбәр итә ул. – Икенсе проблема – тәбиғәт парктарында бик күп сүп-сар ҡалдырылыуы”. Мәсьәләне хәл итеү өсөн сүп майҙансыҡтары һаны арттырылған, киң мәғлүмәт саралары аша туристарға мөрәжәғәт итеп, аңлатыу эше алып барылған.
Андрей Назаров республикала туризмды үҫтереү өсөн күп көс һалыныуын билдәләй һәм үҙебеҙҙең тыуған яҡтарҙа сәйәхәт итергә саҡыра.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: