+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 21:10

Тиҙерәк яйланһын инде хәлдәр

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр кәмей башланы. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр кәмей башланы. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
– Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусыларҙың һиҙелерлек кәмеүе – хәл-торош хаҡында һөйләүсе ыңғай индикатор, – тип билдәләне республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров.
Июль аҙағында Башҡортостанда үпкә ялҡынһыныуын тыуҙырыусы пневмококк инфекцияһынан вакцинациялау башланды. Август аҙағына тиклем хәүеф төркөмөнә ҡараған 50 мең кешегә прививка эшләү планлаштырыла. Уларҙың 72 проценты вакцинацияланған да инде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек режимын күҙәтеү, социаль арауыҡты һаҡлау, дезинфекциялаусы саралар ҡулланыу, кешеләрҙең күпләп йыйылыуын кәметеү мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.
10 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 093 тәшкил итә. Тәүлек эсендә улар 34-кә артҡан. Стационарҙарҙа әле 300 сырхау ята. Күпселегенең хәле уртаса ауырлыҡта. 29-ы ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар - 1 384. Кисәле-бөгөнлө 14 кеше дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһынан сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 5 384. һуңғы тәүлектә унан вафат булыусылар юҡ.
Аҙаҡҡы тәүлектә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 21 сырхауға ҡуйылған, шунса уҡ – 21 кеше, был сирҙән һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: