Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осрағы былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа күберәк, тип белдерә Роспотребнадзор идаралығы.
Әлеге көнгә ҡарата, медицина учреждениеларына таплан ҡаҙалыуға бәйле 9064 кеше мөрәжәғәт иткән. Улар араһында 3 455 бала ла бар. Былтыр иһә был күрһәткес 8 732 булған. Белеүебеҙсә, был ҡан эскес бөжәк энцефалит и боррелиоз ауырыуҙарын таратыусы булып тора.
Әгәр талпан ҡаҙалһа, уның инфекция таратыусы булыу-булмауын тикшереү өсөн лабораторияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адрестарын ошо һылтанма буйынса Роспотребнадзор сайтында табыр мөмкин http://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34335/ .