Башҡортостанда июндә үлем осраҡтары бермә-бер артҡан.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, үткән был айҙа 4 148 кеше үлгән, шул иҫәптән – 1 йәшкә тиклемге 23 бала. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 347 үлемгә күберәк (9,1%) килеп сыға.
Өс кеше коронавирустан баҡыйлыҡҡа күскән. Тағы бер үлемдең ошо вирусҡа бәйле булыу-булмауы тикшерелә. Ике осраҡта COVID-19 мәрхүмдәрҙең үлемгә килтергән башҡа ауырыуҙарын әүҙемләштергән. Шулай уҡ инфекция эләктергән ете кеше башҡа сирҙәрҙән арабыҙҙан киткән.
Дөйөм алғанда, йыл башынан республикала 25 249 кеше үлгән. Күрһәткес 2019 йылдың был осронан 454 үлемгә күберәк.
Тыуым кәмегән – 20 156 бала тыуған. Йәғни 549 сабыйға аҙыраҡ.
Халыҡтың тәбиғи үҫеш күрһәткесе кире билдә менән сыҡҡан – ярты йылда 5093 кешегә кәмегәнбеҙ.