+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 18:44

Зәһәрлеген юймай һаман да

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 9 авгусҡа ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 059-ға еткән. Тәүлек эсендә вирус тағы 35 ауырыуҙа табылған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 9 авгусҡа ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 059-ға еткән. Тәүлек эсендә вирус тағы 35 ауырыуҙа табылған.
Стационарҙарҙа әле был инфекциянан дауаланыусылар – 298. Уларҙың 29-ының хәле ауыр (туғыҙы – яһалма һулыш аппаратында). Дауаны өйҙәрендә алыусылар – 1 366.
Кисәле-бөгөнлө һигеҙ кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 5 370 яҡташыбыҙ коронавирусты еңеүгә өлгәшкән.
Эпидемия башлағандан алып яһил вирус республикабыҙҙа 25 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Һуңғы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Аҙаҡҡы тәүлектә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 67 сырхауға ҡуйылған, был ауырыуҙан һауығып, дауахананан сығыусылар – 41.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: