+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 17:48

Указда – яңы үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе янау сәбәпле элек ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе янау сәбәпле элек ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Документҡа ярашлы, сауҙа объекттарында, финанс ойошмаларында, медицина учреждениеларында һәм халыҡ күпләп йыйыла торған башҡа урындарҙа көн һайын дезинфекция үткәрелергә тейеш, кешеләрҙе шәхси һаҡланыу сараларынан тыш эскә индереү тыйыла.
Шулай уҡ «Башавтотранс»тың, пассажирҙар ташыусы шәхси компанияларҙың автобустарында дезинфекция саралары булыуы мотлаҡ, пассажирҙарға салонға битлекһеҙ инергә ярамай.
Документта, 2020-2021 йылдар сезонында Рәсәй Премьер-лигаһы матчтарын үткәреү санитария-эпидемиология талаптарын ҡәтғи күҙәткәндә мөмкин, трибуналар тулылығы 25 проценттан артмаҫҡа тейеш, тиелә.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: