+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 16:05

Тағы ла бысаҡ ҡаҙағандар

Һуңғы айҙарҙа республикала ауыр енәйәтселек артты. Осраҡтарҙың барыһында ла енәйәтсе үҙенең ҡорбанына бысаҡ менән сәнскән.

Һуңғы айҙарҙа республикала ауыр енәйәтселек артты. Осраҡтарҙың барыһында ла енәйәтсе үҙенең ҡорбанына бысаҡ менән сәнскән.
Был юлы Октябрский ҡалаһының ташландыҡ үлсәү станцияһында 37 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, уны спиртлы эсемлектәр эскән ваҡытта эшнәләше сәнсеп үлтергән.
Оператив төркөм енәйәтсене ҡулға алған. Ул иһә элек бурлыҡ өсөн хөкөм ителгән 52 йәшлек ҡатын булып сыға. Һорау алыу барышында ҡатын үҙенең ғәйебен таный. Ул үҙенең ҡорбанының боғаҙына сәнсә һәм енәйәт урынынан ҡаса. Яралы ҡатынды танышы таба һәм ашығыс ярҙам машинаһын саҡырта. Ләкин медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе ул йән бирә.
Енәйәт урынында тикшереү эштәре дауам итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в