+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 01:37

Онкология диспансерының яңы корпусы асылды

Бөгөн Өфөлә Республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусын асыу тантанаһы булды.

Бөгөн Өфөлә Республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты.
Туғыҙ ҡатлы яңы корпуста сменаһына 450 кеше ҡабул итерлек поликлиника һәм 240 урынлыҡ стационар урынлашҡан. Унда юғары квалификациялы 250 хеҙмәткәр, шул иҫәптән төрлө йүнәлештәр буйынса 68 табип эшләйәсәк. Дүшәмбе, 10 августа, үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.
Корпус 2017 йылда һалына башлағайны. 2019 йылда уға 686 миллион һум күләмендә федераль финанстар бүленде. Проекттың дөйөм хаҡы – 2 миллиард һум. Комплекс медицина ярҙамын юғары кимәлдә күрһәтергә булышлыҡ итеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ә заманса коммуникация саралары, шул иҫәптән телемедицина иң ҡатмарлы операцияларҙы яһау мөмкинлеген бирәсәк.
Радий Хәбиров һәм Олег Гриднев диагностикалау һәм дауалау кабинеттарын ҡараны, төҙөүселәр башҡарған эштәрҙең сифатын һәм күләмен билдәләне.
– Был һоҡланғыс бинаны сафҡа индереү яман шеш сирҙәренә тарыған кешеләргә етди ышаныс бирә, – тип әйтеп үтте Радий Хәбиров. - Бөтә төҙөүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм. Яңы бинаны табиптарға тапшырып, уларға ауырыуҙарҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәштә уңыштар теләйем. Беҙ онкология хеҙмәтен модернизациялауҙы дауам итәсәкбеҙ һәм республикала 13 амбулатор онкология үҙәге булдырасаҡбыҙ. Бынан тыш, яңыраҡ 2020 йылда Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул иттек.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев Башҡортостандың коронавирус инфекцияһы шарттарында юғары технологиялы медицина ярҙамын үҫтереүҙәге уңышын юғары баһаланы.
– Әлеге ябай булмаған осорҙа республикала онкология сирҙәрен дауалау буйынса уҙғарылған эш өсөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко исеменән ҙур рәхмәт белдерәм, – тине ул. – Бөгөн бөтә ил буйынса йоғошло сирҙәр дауаханалары асыла. Ә Башҡортостанда йоғошло сирҙәр үҙәге лә, онкология дауаханаһы ла асылды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: